Новости
19 Март 2020, 05:35

Фольклориаданың булмауы йәки күсерелеүе ихтимал...

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров коронавирустың таралыуына бәйле Өфөлә Фольклориаданы уҙғармау йәки күсереү ихтималлығы тураһында белдерҙе.

Сараны үткәрмәү йәки күсереү тураһындағы һорау әлегә асыҡ ҡала. Аныҡ ҡарар майҙа Мексикалағы ултырышта ҡабул ителәсәк.
— Беҙ һаҡлыҡ күрһәтәбеҙ. Әлегә финанслауға тотонмайбыҙ. Сараны уҙғарыу ихтималлығы бик түбән, — тине Андрей Назаров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем республикала VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтергә тейеш ине.
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас