Новости
19 Март 2020, 08:32

Евровидение-2020 булмай!

Сәбәбен ниҙә икәнен беләһегеҙҙер, моғайын - ҡороғор вирус. Халыҡ-ара музыкаль конкурстың ойоштороусылары ла коронавирустан ҡурҡҡан. Тулыһынса сайтта: ⏬

Евровидение сайтында әйтелеүенсә, ойоштороу комитеты һуңғы аҙналарҙа йыр бәйгеһен Роттердамда үткәреү өсөн көрәшкән. Европа властарының сикләүҙәре һөҙөмтәһендә, конкурс яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған. Бына, ниһайәт, EBU Европа Тапшырыу союзы Eвровидение булмай тип белдерҙе. 2021 йылда уның Роттердамда үтеүе мөмкин тиелгән. Конкурста Рәсәйҙән "Little Big" төркөмө ҡатнашырға тейеш ине. Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Evrovidenie-2020-bulmay-172643/
Читайте нас