Новости
19 Март 2020, 08:33

Ҡайһы ауыл иң айығы?

“Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Улар Республика Хөкүмәтендә тантаналы рәүештә бүләкләнде.

Беренсе урын һәм 500 мең һум премия Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында!
Икенсе урында – Баймаҡ районынан Йылым ауылы, 250 мең һум алды.
Өсөнсөлә - Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы. Уларға 150 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
“Юлдаш” радиоһы ла үҙ бүләген булдырған. Был бәхет Әбйәлил районының Булат ауылына төштө.
Хәбәр итеүебеҙсә, финалға 15 ауыл сыҡҡайны. Ә ҡатнашыусы ауылдар һаны 500-гә етә яҙҙы (464 ауыл)
Әйткәндәй
Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, киләһе йылда приз фонды арттырыласаҡ.
Фото: vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ay-i-auil-i-ayi-i-172554/
Читайте нас