Новости
19 Марта 2020, 11:58

10 йәшлек яҡташыбыҙ «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» шоуында ҡатнаша

10 йәшлек реставратор һәм коллекционер, сәғәт оҫтаһы Алан Хадееев йәкшәмбе, 22 мартта, Беренсе каналда Максим Галкиндың «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ» телешоуында ҡатнаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» хәбәр итеүенсә, малай үҙенең тәүге экспонатын өс йәшендә һүтеп йыйған. Әле уның коллекцияһында 400-гә яҡын дана. Аландың исеме донъяның коллекционерҙар даирәһендә киң билдәле.
«Тәүҙә ул сәғәттәр менән ҡыҙыҡһына, һүтә, йыя торғайны. Бала нимә менән генә уйнамай инде. Беҙ уға иҫке сәғәтте күрһәтә башланыҡ. Ә ул уны йүнәтеп ҡуйҙы. Һуңынан уға дуҫтарыбыҙ, таныштарыбыҙ сәғәттәр килтерҙе. Коллекция йыйылды», — тип һөйләне Аландың атаһы Илшат.
Алан менән сығарылыш 22 мартта Өфө ваҡыты буйынса киске 10-сы 15 минутта эфирға сыға.
Читайте нас