Хәлил Барлыбаев 1944 йылдың 5 ғинуарында Баймаҡ районының Йомаш ауылында донъяға килә. Йомаш мәктәбен ең ете класын тамамлаған егет артабан белемен Стәрлетамаҡ зооветтехникумында дауам итә. Хеҙмәт юлын тыуған яғының “Һаҡмар” колхозында башлай. Өс йылдан ашыу Будапешт ҡалаһында Совет армияһы сафында була.
Әрменән ҡайтышлай, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына уҡырға керә. Артабан белем алыуын Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетында дауам итә. Бәләкәйҙән уҡыуға зирәк, физик яҡтан ныҡ егет уҡыу йортонда үткән барлыҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, Мәскәүҙә йәшәгән һәм уҡыған Башҡортостан вәкилдәре яҡташлығын етәкләй.
Тап ошо йылдарҙа Хәлил Барлыбаев үҙенең ғүмерен фәнгә бағышлай һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем уға тоғро хеҙмәт итә. Ул - шулай уҡ Рәсәй гуманитар фәндәр академияһы академигы, дүрт томлыҡтан торған “Һайланма әҫәрҙәр”, 15 китап, 160-тан ашыу баҫма хеҙмәт авторы, Рәсәй Фәндәр академияһының философия институты профессоры.
Бар ғүмерен Башҡортостан һәм Рәсәй фәнен үҫтереүгә бағышлаған оло шәхестең ғаиләһенең, балаларының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, Хәлил Әбүбәкер улы!