Новости
17 Март 2020, 19:50

Битлек ярҙам итмәгән...

Өфөлә финанс ойошмаһы хеҙмәткәре полицияға талауҙары тураһында ғариза яҙған. Был енәйәттә 24 йәшлек студент ғәйепләнә.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, студент-ветеринар медицина битлеге кейеп микрозаем ойошмаһына ингән һәм бысаҡ сығарып аҡса таптыра башлаған. Ҡото осҡан хеҙмәткәр уға ун мең һум аҡсаны сығарып биргән.
Әле енәйәтсе ҡулға алынған. Ул үҙенең был ҡылығына бер ниндәй ҙә аңлатма бирә алмай. Әйтеүенсә, иҫерек тә булмаған. Әле уны 10 мең һум аҡса өсөн 10 йылға иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Фото: gtrk.tv
Лилия Давлетбакова
Читайте нас