Новости
18 Март 2020, 08:46

Һауа торошо - 18-20 март

18 март аяҙлы-болотло көн торасаҡ, яуым-төшөм аҙ ғына буласаҡ, юлдарҙа - боҙлауыҡ, төндә һәм иртән урыны менән томан. Елдең тиҙлеге - 8-13 м/с. Һауа температураһы төндә -3,-8°, урыны менән -10, -15°, көндөҙ 0, +5°.

19 март - көн болотлап, көндөҙ бер аҙ ҡарлы ямғыр яуыр.
Елдең тиҙлеге - 9-14 м/с, ваҡыты менән - 15-20 м/с.
Һауа температураһы төндә -1,-6°, аяҙ мәлдә -11°, көндөҙ +1, +6°.
20 март - шулай уҡ болотло көн көтә беҙҙе, ямғыр һәм епшек ҡар ҙа яуасаҡ. Айырым райондарҙа епшек ҡар сымдарға, ағастарға йәбешәсәк.
Юлдарҙа - боҙлауыҡ.
Көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге - 9-14 м/с, ваҡыты менән - 15-20 м/с.
Һауа температураһы төндә +1,-4°, көндөҙ -2, +3°.
Фото: автор.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/aua-torosho-18-20-mart-170252/
Читайте нас