Новости
18 Март 2020, 08:55

Ҡар беттәре лә була икән...

Учалы районы Миндәк ҡасабаһында ҡар менән бергә ергә меңәрләгән бөжәк яуған.

Ауыл кешеһе төшөрөп ебәргән видеола яңы яуған ҡарҙың ҡап-ҡара бәләкәй ҡуңыҙҙар менән тулы булыуы күренә. Ә лупа менән ҡарағанда, уларҙың шыуышыуын да күрергә мөмкин. Быға тиклем бындай ҡуңыҙҙарҙың был яҡта күренгәне булмаған.
Нимә был? Тәбиғәттең сираттағы мөғжизәһеме? БДУ-ның зоология музейы директоры Михаил Кривошеевтың аңлатмаһына күҙ һалайыҡ:
«Остановлюсь на том, что это ногохвостки, которых ещё называют снежные блохи. Научное название насекомого — коллемболы. Конечно, со снегом они не выпадают, а просыпаются во время оттепели, мигрируют к местам кормления например. А питаются почвенными водорослями и растительной органикой. Размер их до пяти миллиметров. Видов много. С помощью хвоста хорошо прыгают, отсюда и название — снежные блохи, — пояснил Михаил Кривошеев. — У нас из морозостойких насекомых есть вот эти коллемболы, зимние комарики и ледничники, но их мало кто видит, обычно на них внимания не обращают».
Бына ғәжәп, ҡар беттәре лә була икән!
Фото:Башиинформ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ar-bett-re-l-bula-ik-n-169841/
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас