Новости
17 Март 2020, 10:12

Көлөп алайыҡ әле, көлкө ғүмерҙе оҙайта бит!

Берәү яр буйында ултырған сәйер балыҡсыға иғтибар итә. Тегенең ҡармағына ҙур суртан эләгә. Дауамын сайтта уҡығыҙ:

Балыҡсы уны ҡармаҡтан ысҡындыра ла һыуға ташлай. Йәнә ҙур табан балыҡ ҡаба. Ир уны ла иреккә ебәрә. Уның ҡарауы, ҡапҡан бәләкәй генә алабуғаларҙы ҙур кинәнес менән биҙрәгә һала.
– Шундай ҙур балыҡтарҙы ебәреп, ыбыр-сыбыр йыйып ултыраһығыҙмы? – тип аптырай уны күҙәтеп ултырған иптәше.
– Беҙҙең таба бәләкәй. Суртан менән табан балыҡ барыбер унда һыймаҫ ине, – тип яуаплай балыҡсы.

* * *
Ике ҡатын һөйләшә.
– Иреңдең хәле нисек? Аҡылына киләме инде?
– Юҡ шул. Бына бөгөн ваннаға һыу ағыҙып, ҡармаҡ һалып, көнө буйы балыҡ тотоп ултыра.
– Психиатр саҡыртып ҡара һуң.
– Саҡыртмаҡсы инем дә, үҙем дә балыҡ танһыҡлап ҡуйҙымсы…

* * *
Өләсәһе әсәһен таптырып туҡтауһыҙ мыжыған дүрт йәшлек ейәнсәрен мөйөшкә баҫтырған.
Олатаһы быны күреп ҡалған да:
– Илама, ҡыҙым. Хәҙер өләсәйҙең ҡолағын бороп, өҙөп алабыҙ уның, – ти.
Ейәнсәре:
– Олатай, алҡаларын миңә бирергә онотма!

Фото: Т.Аманов
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/litra/-t-y-y-13-03-2020/
Яңылыҡ авторы: Т. АМАНОВ
Читайте нас