Ә унда... кемеһелер баҙап ҡала, кемеһелер үҙен таба, бәғзеләре иһә, бала ҡараусы яллап, кире эшенә сыға. Һис шикһеҙ, бәпес бағып ѳйҙә ултырыу, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, еңелдән түгел. Яңы халәт ҡатын-ҡыҙҙы ян-яҡтан һынай тѳҫлѳ. Шулай булмай ни, декрет ялына тиклем улар тирәләй ѳйѳрѳлгән ҡыҙыҡлы донъя, бер кѳн килеп ѳй һәм бәпәй менән саф һауала йѳрѳүгә генә ҡайтып ҡала. Йорт хужаһы ҡара таңдан тѳнгә ҡәҙәр эштә, дуҫ-иш, әхирәттәр менән аралашыу кәмей, атай-әсәйҙең, туғандарҙың иһә үҙ хәстәре. Бына шул мәлдә күп кенә йәш әсәләр, яңғыҙлыҡтан интегеп, үҙҙәрен диуарҙар араһына бикләнгән әсир кеүек хис итә, күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелә. Хатта оло түҙемһеҙлек менән кѳтѳп алған сабый ғынаһы ла маҙаһына тейгәндәй бәғзе ваҡыт. Әммә тап декрет отпускыһында бала тәрбиәләү, ѳлгѳр хужабикә булыу менән бер рәттән, ниндәйҙер яңы, ҡыҙыҡлы шѳғѳлдәр үҙләштергән, һѳнәр арттырған, шул арҡылы ғаилә бюджетына әҙме-күпме килем килтергән, ниһайәт, үҙ асылын, тәғәйенләнешен тапҡан эшлекле әсәйҙәр ҙә бихисап. Уларҙың бер нисәүһе менән аралашыу форсаты тейҙе. Кемгәлер, бәлки, ѳлгѳ, фәһем булыр, дәрте етмәй торған эшкә тәүәккәллек уятыр тигән изге ниәт менән, был һылыуҙар менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ. Йәғни үрҙә телгә алған “үҙен тапҡан”дар хаҡында һүҙебеҙ.
Үҙ күҙлегенән сығып ҡына тар фекер йөрөткән ҡайһы берәүҙәрҙең, хәҙер ҡыҙҙар донъя көтөргә һәләтһеҙ, үҙҙәренең тышҡы ҡиәфәтен ҡайғыртыуҙан, кәйеф-сафа ҡороуҙан башҡаны белмәй, тигән мыҫҡыллы ауыҙ ҡыйшайтыуҙарына яуап итеп, шуны әйтке килә: бар, һис шикһеҙ, бар ул донъя тотҡаһы булырҙай, ҡулдарынан гөл тамыҙған, булмышынан нур ағылған тәүәккәл вә тырыш, илһамлы вә ныҡыш, сабыр вә бай рухлы гүзәл заттар! Улар дауам ҡылған нәҫел ебе лә, тимәк, емешле, сәләмәт булыр. Хәйер, шундайҙарҙың бер нисәүһе менән әле генә таныштығыҙ ҙа инде...