Стэрлебаш шишмэлере
+1 °С
Снег
Новости
17 Марта 2020, 09:59
Был ҡатындар аптырата ла ҡуя бит...
Ғәжәпләнмәҫ ереңдән ғәжәпләнерһең дә: тоталар ҙа бысаҡҡа йәбешәләр, ирҙәрен яралап, һуңынан илай-илай дауаханаға йөрөйҙәр...
Добавить в предпочтительные источники Google
Иглин районының Таутөмән ауылында 39 йәшлек ир үҙенең 43 йәшлек ҡатыны менән алкоголле эсемлектәр эсеп ултырған.
Ултыра торғас, ир ҡатынын ауыр һүҙ менән рәнйеткән. Үпкәләгән ҡатын үҙенсәлекле яуаплаған - өҫтәлдә ятҡан бысаҡты алған да, иренең эсенә сәнскән. Үҙе шунда уҡ дауаханаға һәм полицияға шылтыратҡан.
Тәфтиш-оператив төркөм килгәнгә тиклем был ҡатын, киноларҙан күргәненсә, бысаҡты матурлап ҡыштыр пакетҡа һалып ҡуйған. Полиция хеҙмәткәрҙәре килгәс, бысаҡты уларға тапшырған.
Әле ире дауаханала ята, ҡатын үҙенең ҡылығы өсөн тәрән үкенес кисерә.
Әммә үкенестәр генә уны енәйәте өсөн яуаплылыҡтан ҡотҡармаясаҡ шул.
БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bil-atindar-aptirata-la-uya-bit-167781/
Фото: автор.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"