Новости
17 Март 2020, 09:53

Аҡса аша ла коронавирус йоғоуы ихтимал

Тере аҡса ла коронавирус йоҡтороу сығанығы булыуы бар. Уларҙы ҡулланған осраҡта, һаҡланыу сараларын үтәргә кәрәк.

Иң хәүефһеҙ ысул – интернет аша йәки карта менән түләү, тип хәбәр итә “Роспотребнадзор”ҙың матбуғат хеҙмәте.
"Бөтә донъя сәләмәтлек ойошмаһы ҡулдарҙы йыуып йөрөргә һәм тере аҡса менән иҫәп-хисап ваҡытында битте ыумаҫҡа кәңәш итә. Шулай уҡ, аҡсаны ҡәтғи рәүештә ҡулланырға ярамай, тигән тәҡдимдәр бирмәй, тик ҡулдан-ҡулға йөрөгән аҡса ғына сирҙе таратыусы канал булыу мөмкин”, – тиелә хәбәрҙә.
“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус ҡағыҙҙа 3–4 көн, ә пластик әйберҙәрҙә – туғыҙ көнгә ҡәҙәр йәшәргә мөмкин.

Фото: google.ru
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/A-sa-asha-la-koronavirus-yo-oui-ihtimal-168157/
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
Читайте нас