Стэрлебаш шишмэлере
+24 °С
Ямғыр
Новости
17 Март 2020, 10:04
26 йәштә - дәүләт комитеты етәксеһе
Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Маргарита Болычева Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Әлегә тиклем ул комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары булып эшләне.
Башҡортостан Башлығының икенсе Указына ярашлы, Руслан Мирсаяпов үҙ теләге менән Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан бушатылды.
Маргарита Болычева Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын һәм магистратураһын тамамлаған. 2019 йылда “Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы” фондында генераль директор урынбаҫары була. Киң мәғлүмәт сараларында халыҡ-ара бүлек эшендә тәжрибәгә эйә. Шулай уҡ Рәсәйҙән ситтәге хәбәрсе пункттарына етәкселек итә. 2014 йылда Сочиҙа үткән Олимпия уйындарында матбуғат конференцияларын ойоштора. “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХII съезында халыҡ-ара бүлек атташеһы, Башҡортостандың “Офис-төркөм” конгресс-бюроһы директоры булып эшләй.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/26-y-sht-d-l-t-komiteti-et-kse-e-167562/
Фото: glavarb.ru
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"