Мәғлүм булыуынса, бөгөн Ағиҙелдең ҡушылдығы булған Сәрмәсән йылғаһында боҙҙоң 50 проценты ҡуҙғалған. Быны тарихи рекорд тип әйтергә мөмкин, сөнки боҙҙоң иң иртә китеүе 1961 йылдың 24 мартында булған.
Әлеге ваҡытта был йылғала һыу кимәле 392 сантиметр тәшкил итә, тәүлек эсендә ул 190 сантиметрға күтәрелгән.
"Халыҡ йәшәгән урындарҙы һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ, уның эргәһендә тик ауыл хужалығы баҫыуҙары урынлашҡан. Һыу 700 сантиметрға ҡалҡҡанда ғына Саҡмағош районының Яңы Йомран ауылы һыу аҫтында ҡаласаҡ", – тип белдерҙе "Башгидрометүҙәк”тең етәксеһе Анна Козаева.
Синоптиктар фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә был йылғала һыу кимәле артасаҡ, сөнки әлегә Ағиҙелдә боҙ китмәгән.
Мәғлүм булыуынса, республиканың башҡа йылғаларында боҙҙоң ныҡлап туңмауы, уйымдар ҙа барлығы күҙәтелә. Тәүлек эсендә һыу -64 сантиметрҙан +49 сантиметр араһында тирбәлә. Әле бөтә йылғалар ҙа ярында ҡала.