- Ҡараңғы булыу сәбәпле, водитель юлда кеше ятҡанын аңғармай ҡалған, тапалған кешенең кейемендә фликерҙар ҙа булмаған. Водитель алкоголь эсемлектәр ҡулланмаған, әммә автомобиль йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған. Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара, - тип аңлатма бирҙе РФ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлексәһе ЮХХДИ-һының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы, өлкән лейтенант Гөлнара Ғүмәрова.