Новости
16 Март 2020, 05:15

“КЕШЕЛӘР РАМАҘАН АЙЫНЫҢ ӨҪТӨНЛӨКТӘРЕН БЕЛҺӘ... УНЫҢ МӘҢГЕ ҺУҘЫЛЫУЫН ТЕЛӘР ИНЕ”

Рамаҙанда Йәннәт ҡапҡалары асыла, Йәһәннәм ҡапҡалары ябыла, шайтандар сылбырҙар менән бәйләнә. Сөнки улар әҙәм балаларына ғүмерҙәрен оҙон итеп күрһәтергә, “Изге ғәмәлдәрҙе ҡартайған көнгә ҡалдыр, ә әле күңел асып ҡал”, – тип төрлө хәйләле юлдар менән тура юлдан тайпылдырырға тырыша. Шуға ла Аллаһы Тәғәлә иблис һәм нәфес ҡотҡоһона бирелмәһен өсөн мосолмандарға яңынан-яңы мөмкинлектәр – Рамаҙан айы, намаҙҙар, ураҙа, Ҡөрьән уҡыу һәм ятлауҙар, Ҡәҙер кисе, тәрәүих, фытыр саҙаҡалары бирә.

Аллаһы Тәғәлә Рамаҙан айында Әҙәм балаларын ай дауамында итәғәтлектә һынай. Ураҙаның тышҡы асылы – сәхәрҙән ҡояш батҡансы һыу-ризыҡтан, енси мөнәсәбәттән тыйылыу булһа, рухи асылы – ай дауамында барлыҡ гонаһлы ҡылыҡтарҙан: әрләшеүҙән, ғәйбәт һөйләүҙән, ялғандан һәм зыян килтерә торған башҡа эштәрҙән йыраҡлашып, бар булмышыбыҙ менән Раббыбыҙ ризалығына ирешеүҙән ғибәрәт.
Был изге айҙа ураҙа тотоу бәлиғ булған һәр мосолманға мотлаҡ. Мосафирҙарға, ауырыуҙарға, оло йәштәгеләргә, ауырлы йә сабый имеҙгән ҡатын-ҡыҙға изге ғәмәлде кисектереп торорға рөхсәт ителә. Ураҙаларҙы үтәй алмаған сирле кешеләр уны ҡышҡы айҙарҙа тотһа, физик мөмкинлектәре булмаған бик ҡарт кешеләрҙең аҡса йәиһә саҙаҡа биреүе мөмкин. Ислам динендә әҙәм балаһына ауырлыҡ һәм яйһыҙлыҡтар килтереү юҡ. Һаулыҡ-сәләмәтлекте бөтөрөп ғибәҙәт итеүҙе Аллаһы Тәғәлә бер ҡасан да теләмәгән.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. бер хәҙисендә: "Аллаһы Тәғәләгә иман килтереп һәм уның әжеренә өмөт итеп Рамаҙан айында ураҙа тотоусыға уның бар булған әүәлге гонаһтары ғәфү ителәсәк", – тип әйтә. “Иман килтереп” тигән һүҙ ураҙа тотоусы имандың бөтә терәктәренә – Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, фәрештәләргә, изге китаптарға, пәйғәмбәрҙәргә, Ҡиәмәт көнөнә һәм тәҡдиргә шик-шөбһәһеҙ инаныу, фарызды, хәләлде, харамды айырыу тигәнде аңлата. Тимәк, үрҙә телгә алынған шарттар үтәлгәндә, кеше Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә өлгәшеү менән бергә үҙенең гонаһтары юйылыуына ла өмөт итә ала.
Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе быйыл 31 майға тура килә. Ул ҡояш байығандан алып таң атҡанға тиклем дауам итәсәк. «Әл-ҡәдр» (ҡөҙрәт) сүрәһендә: «Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттән артығыраҡтыр», – тип әйтелә, сөнки был кис Рәсүлебеҙгә Ҡөрьән Кәрим тапшырыла башлай. Шуға ла ҡәҙер кисендә намаҙ, Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотҡан мөьминдәргә күктәрҙән төшкән фәрештәләр Аллаһтан сәләм еткерер.
Изге Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә ирешеп, Уның ризалығын алып, гонаһ-кәмселектәрҙән таҙарынырға насип итһен.

Сафия ИСЛАМОВА әҙерләне.https://shonkar.rbsmi.ru/articles/iman-nury/keshel-r-rama-an-ayyny-t-nl-kt-ren-bel-uny-m-ge-u-ylyuyn-tel-r-ine/

Читайте нас