Тимәк, шәп кенә әҙерләнә торған бәлеш өсөн кәрәк буласаҡ:
3 йомортҡа,
200 мл һөт,
90 мл көнбағыш майы,
400 г он,
200 г шәкәр,
1,5-2 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель),
1-1,5 стакан ҡуйы ҡайнатма (варенье) йәки джем.
Әле генә һыуытҡыстан алынған һалҡын йомортҡаларҙы шәкәр менән туғырға. Туғыуҙан туҡтамай ғына әҙләп көнбағыш майы, һөт өҫтәргә. Артабан он, ҡамыр ҡабартҡыс һалып, төйөрҙәре бөткәнсе яҡшылап туғырға. Ҡуйылығы ҡаймаҡ кеүек булһа, ҡамыр әҙер.
Табаға пергамент ҡағыҙын йәйеп майлайбыҙ, он һибәбеҙ ҙә, ҡамырҙың яртыһын һалабыҙ, артабан – ҡайнатма йәки джем һәм ҡамырҙың икенсе яртыһы. Өҫтөн ҡалаҡ менән һыйпап тигеҙләгәс,
180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ. Бер аҙ ваҡыттан мейесте 160 градусҡа кәметегеҙ һәм бәлеште 40-45 минут бешерегеҙ. Әҙер бәлештең өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.https://shonkar.rbsmi.ru/articles/ash-yu/aynatmaly-b-lesh/