Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
15 Март 2020, 14:22
Юл фажиғәләре - 14 март
14 мартта республика юлдарында 14 автомобиль аварияһы теркәлгән, өс кешенең ғүмере өҙөлгән, егерме кеше ауыр яраланған.
Белорет районында, Белорет-Тирлән автоюлының 1-се саҡрымында, иртәнге сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә ҡара-ҡаршы килгән «Лада Калина» менән "BMW X5" машиналары бәрелешкән.
Аварияла "Лада"ның 57 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәттәр алып, дауаханала йән бирә. 40 йәшлек водитель менән тағы ла бер пассажир - дауаханала.
Кисен Учалы ҡалаһының Иманғол урамында 31 йәшлек водитель «Лада Приора» машинаһы менән юлдан килгән йәйәүлене төрттөрә. 44 йәшлек ауыл кешеһе дауаханала вафат була.
Водитель әүәл иҫерек килеш тотолоп, машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған...
Бөгөн төнгө сәғәт бер тирәһендә Ҡыйғы районында 27 йәшлек егет Дәүләт автоинспекцияһынан теркәүҙән төшөрөлгән "ВАЗ-2114" машинаһында ут бағанаһына барып бәрелә. 25 йәшлек пассажир шунда уҡ һәләк була, ә водитель авария урынынан китеп бара, һуңыраҡ уны полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләп таба.
Тәүлек эсендә 2700-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандар, инспекторҙар тарафынан 50 иҫерек водитель тотолған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-14-mart-165459/
Фото: "Фейсбук"тан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"