Айгөлдөң яңы тыуған сабыйын күптән түгел дауахананан сығарҙылар, бәләкәсте атаһы менән апаһы килеп алды. Әсәһе әлегә баш ҡалалағы Кулаков исемендәге акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология үҙәгендә дауалана. Туғандарының әйтеүенсә, Айгөлгә оҙайлы дауа талап ителә. Өфөләге перинаталь үҙәктә уға инфекция индерелеү һөҙөмтәһендә сепсис башланған була. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы әсәне Мәскәү дауаханаһына самолетта илтеү сығымдарын үҙ өҫтөнә ала.