Новости
15 Март 2020, 15:05

Күмертау. 3-сө БРГИ-нан РПЛИ-ға килдек

13 мартта төштән һуң Республика политехник лицей-интернатына юлландыҡ. Бында 5, 6, 7, 8 кластар һәм уҡытыусы-тәрбиәселәр йыйылды. Уларға беҙ Булат Солтангәрәев исемендәге ижади бәйгебеҙ тураһында аңлаттыҡ.

Тәүҙә Әмир Миһран улы Булат тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште.

Ҡыҙҙар илһамланып сығыш яһаны. Илүзә Вәхитова башҡортса һөйләшегеҙ, ул модала, унан оялмағыҙ тине. "Беҙ шул хәтлем матур илдә йәшәйбеҙ. Башҡорт телен яратайыҡ, унан баш тартмайыҡ!" - тип һүҙен тамамланы.

Гөлдәриә Ғайсина иһә нисек итеп ижади премияла еңеү яулауы тураһында бәйән итте. "Тырышырға һәм ҡурҡмаҫҡа кәрәк", - тине.

Ҡыҙҙар маладис! Ҡыйыу фекерҙәре менән барыһын да таң ҡалдырҙы, үҙҙәрен заманса ҡыйыу фекерле һәм башҡорт рухлы итеп күрһәтте. Афарин!

Башҡорт теле уҡытыусыһы Фәүзиә Ишкинина уҡытыусылары үҙебеҙҙең тел өҫтөндә үҙебеҙ эшләргә тейеш тип фекере менән осрашыуға йәм өҫтәне. Тәрбиәсе Ләлә Иҡбаева иһә интернат уҡыусыһы, 2016 йылда лауреат исемен алған Фаягөл Исмәғилева тураһында һөйләп үтте. "

Тырышып уҡыһағыҙ, тормошта уңырһығыҙ" - ошолайтып Әмир Миһран улы осрашыу аҙағында үҙ фекерен белдерҙе.

Фото: автор
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/K-mertau-RBLI-nan-RPLI-a-kildek-163859/
Читайте нас