Новости
15 Март 2020, 14:20

Күҙ ауырыуы (Көнсығыш риүәйәте)

Берәү табипҡа килә лә:

– Ой-й, ашҡаҙаным ауырта... Мине ҡотҡар, зинһар! – ти.
– Нимә ашаның һуң? – тип һорай табип быға ҡарап.
– Эй-й... Икмәк бешереүсе мин. Бер көн тотош бер мейес икмәгем көйөп сыҡты. Шулар араһында әҙерәк көйгәндәре ҡалғайны, шуны ашап йөрөнөм. Йәл бит, ташлағы килмәне лә...
Табип, көлөмһөрәгән дә, ярҙамсыһына өндәшкән:
– Насар күреүгә ҡаршы дарыуҙы килтер әле. Шуны көнөнә өс тапҡыр күҙенә тамыҙһын...
– Һеҙ нимә! Мин бит яҡшы күрәм. Эсем генә ауырта! – тип ҡысҡырған теге сирле.
– Һуң, яҡшы күргән кеше көйгән икмәк ашаймы ни?! – тип аптыраған табип.
Йәмәғәт, риүәйәттең мәғәнәһен аңлағанһығыҙҙыр? Күрә-тора үҙегеҙгә проблема яһамағыҙ, йәме.

Фото: Т.Аманов
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/k-auyryuy-k-nsy-ysh-ri-y-te/
Яңылыҡ авторы: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА
Читайте нас