Новости
15 Март 2020, 14:12

Быйыл "Гагарин"лы булмауы ла мөмкин...

Гагарин кубогының сирекфиналына сыҡҡан "Йокерит" командаһы төп бәйгенән баш тартыуы ихтимал.

Әлегә Финляндия клубы 17 мартта буласаҡ СКА менән осрашыуға әҙерләнеп ята. Әгәр иленең етәкселеге ыңғай ҡарашта булһа, улар үҙендә уйынды буш трибунала уҙғарасаҡ. Ә инде тыйыу була ҡалһа, бәйгенең булмауы мөмкин. Сөнки Финляндияла бөгөнгө көнгә коронавирус менән 156 кеше сирләп киткән. Ғөмүмән, плей-оффта булсаҡ бар тиерлек осрашыуҙар көйәрмәндәрһеҙ үтәсәк. "Салауат Юлаев" етәкселеге "Аҡ барс" менән буласаҡ үҙендәге уйынға билет һатыуын һатҡан, тик иртәнге көндө белеп булмай...
Фото:ТАСС
Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Biyil-a-Gagarin-li-bulmaui-la-m-mkin-165015/
Читайте нас