"Шишмә районындағы балалар шифаханаһынан бәлиғ булмаған ике үҫмер ҡасҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы эҙләй", - тип аңлатма бирә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Билдәләренә иғтибар итегеҙ: Артем уртаса кәүҙәле, буйы 139 см, асыҡ һары сәсле, тыумыштан күреү дефекты бар. Ҡара ҡыҙыл төҫтәге куртка, яҙыулы күк толстовка, ҡара трико, ҡара ботинка кейгән.
Озгюрҙың буйы 160 см, һоро сәсле. Өҫтөндә - ҡара төҫтәге куртка, башында - спорт шапкаһы, аяғында - ҡышҡы ботинка.
Күреүселәр булһа, 8-927-969-89-19 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: интернет селтәренән.