Новости
14 Март 2020, 09:15

Их, әрәм булды...

Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Аксаков урамында, үҙенсәлекле мәҙәниәт һәм архитектура ҡомартҡыһы – Бухартовскийҙарҙың дворян усадьбаһы шырпылай тоҡанды... Бик йәл.

1890 йылда төҙөлгән боронғо йортта янғындың ни сәбәпле сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Уйҙырмалар төрлө. Ут төрткәндәрме, әллә асарбаҡтарҙың һаҡһыҙлығымы – белгестәр асыҡлар.
Янғын һүндереүселәр шунда уҡ килеп етһә лә, ялҡындың ялы юҡ, ул тиҙ арала икенсе ҡатҡа, йорт түбәһенә үрләгән. Ваҡиға шаһиттары был хәлде фотоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған. Ут һүндереүселәр янғын тураһында хәбәрҙе киске 19 сәғәт 10 минутта ала, тик эш оҙаҡҡа һуҙыла - бары төнгө 11-ҙә генә сәғәттә генә тамамлана.
Фекер алышыусыларҙың әйтеүенсә, янғын һис тә осраҡлы түгел. Нисек кенә булмаһын, Өфө тағы бер тарихи ҡомартҡыға ярлыланды...
Фото: Ufa1.ru
Дина Арсланова
Читайте нас