Ун көн дауамында ошо сараға оҙайлы һәм ентекле әҙерлек балаларҙы, ата-әсәләрҙе һәм педагогтарҙы берләштерҙе. Ата-әсәләр уйынға кәрәкле эмблемалар, пилоткалар, флагтар, ҡорал әҙерләне. Балалар занятиеларҙа хәрби званиелар, ғәскәр төрҙәре менән танышты, шиғырҙар ятланы, атайҙар һәм олатайҙарына үҙ ҡулдары менән бүләктәр яһаны. Художестволы ижад буйынса занятиеларҙа һүрәт төшөрҙө, музыка дәрестәрендә һуғыш йырҙарын өйрәнде, маршта йөрөргә өйрәнде. Физик культура буйынса инструктор Р.С.Мөлөкова иртәнге гимнастика үткәрҙе, унда тәрбиәләнеүселәребеҙ иң яҡшылар рәтендә булыу өсөн күнекмәләрҙе дөрөҫ башҡарырға тырышты.
«Зарница» уйыны өс этапта үтте. Беренсеһе - «Строй әҙерлеге смотры», икенсеһе - «Ҡәлғәне алыу» уйындары майҙансыҡта булды, өсөнсө этап «Ватанды һаҡлаусылар көнөнә» бағышланды, унда балалар атайҙары менән ярышты. Бөтә ярыштарҙа ла, бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, балалар мәргән, тиҙ, зирәк булыуҙарын һәм дөйөм команда менән еңеүгә ынтылыуҙарын күрһәтте.
Тотош уйын дауамында уларҙы жюри ағзалары баһаланы, улар заданиеларҙың дөрөҫ башҡарылыуын тикшереп барҙы. Уларҙың берҙәм ҡарары буйынса - дуҫлыҡ еңде. Командалар Грамоталар һәм ҡиммәтле бүләктәр (өҫтәл уйындары) менән бүләкләнде, ә «Зарница»ла ҡатнашыусыларҙы тәмлекәстәр менән һыйланылар.
Уҙған сараның йомғаҡтарына анализ яһап, балаларҙы физик һәм рухи-патриотик тәрбиәләүҙә, хәрби хеҙмәттең абруйын тергеҙеү һәм арттырыуҙа, кескәйҙәрҙә бер-береһенә ярҙам хисе тәрбиәләүҙә, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа «Зарница» хәрби-спорт уйыны оптималь вариант булып тора. Галина СПИРИДОНОВА,
2 һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Фото автор тарафынан бирелде.