Район гәзитенең татар дубляжы бүлегенең элекке мөдире Рәйсә Кәримовала ла уның тураһында онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалған. Улар дуҫтарса мөнәсәбәттә була. Стәрлебашҡа килгәндә Әҙхәт Мәкәрим улы мотлаҡ редакцияға уның янына килә. Ике филолог, ике яҡташ араһында ҡыҙыҡлы әңгәмә була. Рәйсә Фазләхмәт ҡыҙының өй архивында әле лә күренекле әҙәбиәтсе ҡалдырған документтар һаҡлана. Рәйсә Фазләхмәт ҡыҙы Ҡазанда «Ватаным Татарстан» ижтимағи-сәйәси гәзитендә сыҡҡан уның тураһында бер нисә мәҡәләһен баҫтыра. Уның хаттары ла һаҡланған.
Минең үҙемә ике тапҡыр, 2002 һәм 2003 йылдарҙа, әлеге иҫ киткес шәхес менән осрашырға тура килде. Икеһендә лә ул редакция кабинетына көтмәгәндә килеп инде. Әңгәмәләшеп киттек. Ул ауылдар тормошо менән ҡыҙыҡһынды. Район үҙәгендәге теге йәки был урындар, айырым кешеләр тураһында һорашты. Ҡасандыр ул бында йәшәгән. Күп нимә хәтерендә ҡалғандыр, моғайын. Уның ябай һөйләшеүе мине ғәжәпләндерә ине. Алдыңда танылған кеше тороуы тураһында уйламайһың да. Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә билдәле ине бит ул.
2003 йылда уның Стәрлебашҡа һуңғы килеүе була.
... Ул Ҡуғанаҡбаш ауылында тыуа. Атаһы яуҙа башын һала. Тиҙҙән әсәһе лә мәрхүмә була. Дөрөҫ, олатаһы менән өләсәһе була, әммә улар өлкән йәштәге кешеләр. Етмәһә, ғаиләләре - ишле. Ҡыҫҡаһы, ҡыйынлыҡтарҙы күп күрергә тура килә. Үҫмерҙе нимәлер алға этәрә! Моғайын, үҙенең теләген шул саҡта уҡ аңлағандыр. Әйткәндәй, шиғырҙарҙың береһендә шул турала яҙа. 1954 йылда 1 һанлы Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлай. Артабан армияла хеҙмәт итә. Ҡайта. Тормай мәктәбендә уҡытыусы, район комсомол комитетында инструктор булып эшләй. 1959 йылда 24 йәшендә Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инергә китә. Шул ваҡыттан алып уның тормошоноң күп йылдары ошо ҡалаға бәйле була. Ә университет, үҙе билдәләүенсә, шәхес булараҡ үҫешкәндә, шулай уҡ шағир булып етешеүҙә лә ҙур роль уйнай. Уҡыуын тамамлағандан һуң Синәғолов Пермь өлкәһендә эшләй, һуңынан Ҡазанға ҡайта. Ғ.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһында әҙәби-музыкаль лектория етәксеһе, Татарстан китап нәшриәте мөхәррире була.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса 1976 йылда ул Ташкент ҡалаһына күсенә. Тағы алты йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы итеп алына. 1983-1985 йылдарҙа Мәскәүҙә Горький исемендәге әҙәбиәт институт ҡарамағындағы Юғары курстарҙа уҡый. Һуңынан уға «Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме бирелеүе тураһында шатлыҡлы хәбәр килә. Ә Ташкентта Әҙхәт Мәкәрим улы «Звезда» журналында эшләй, Үзбәкстан Республикаһы Дәүләт комитеты ҡарамағындағы кинематографияла өлкән мөхәррир, Үзбәкстан республикаһында авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Бөтә донъя ассоциацияһының вәкәләтле вәкиле, Үҙәк Азия төбәге буйынса «Азатлыҡ» Бөтә донъя радиостанция хәбәрсеһе була. Гәзит уҡыусылар әлеге вазифаларҙың яуаплы булыуына төшөнәлер, тип уйлайым. 1996 йылда яҙмыш уны Ҡырымға алып килә (тормош иптәше Ләйлә - Ҡырым татары). Симферополь ҡалаһында йәшәй.
Быларҙың барыһы иҫәбендә иң мөһиме - әҙәби эшмәкәрлек. Ул - Татарстан китап нәшриәтендә сығарылған (үҙнәшерҙе шағир ҡабул итеп бөтмәй) туған телдә ҙур ғына шиғри йыйынтыҡтар авторы. Был йыйынтыҡтар бер нисә мең дана тираж менән сығарыла. Уның ҡайһы бер китаптары башҡа халыҡ телдәренә тәржемә ителгән һәм Мәскәүҙә («Советский писатель» нәшриәтендә), Ташкентта, Өфөлә, Ҡазанда, Симферополдә баҫтырылған.
1979 һәм 1989 йылдарҙа ул Ҡырым татарҙары телендә «Йәшлек һәйкәле» һәм «Ҡара ҡаш» тигән ике китабын сығара.
Әҙхәт Синуғыл-Ҡуғанаҡлының шиғырҙарын мин тәүге тапҡыр бынан егерме йыл элек уҡыным. Шул ваҡыттан бирле улар минең күңелемдә йәшәй. Уларҙы онотоу мөмкин түгел. Уның бик матур стилдә, әҙәби оҫталыҡ менән, теге йәки был мәсьәлә буйынса фекерләүе башҡаларҙы ла уйланырға мәжбүр итә, күңел ҡылдарын тирбәтә. Ҡайһы бер шиғырҙарҙы уҡығандан һуң күҙҙәр йәшләнә. Синуғылдың да бындай шиғырҙары байтаҡ. Бында нимә әйтәһең. Оҫта - оҫта инде. Артабан һөйләп, уның миҫалдарында туҡталып тормайым - был күп урынды алыр ине. Шуныһын ғына әйтеп үтәм, Синуғылдың ижадына күренекле әҙәбиәтселәр, Татарстан ғалимдары юғары баһа бирҙе. Әйткәндәй, Татарстандыҡы ғына түгел. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми әйтеүенсә, «Әҙхәт Синуғыл-Ҡуғанаҡлының һәр шиғырында уның йөрәгенең бар халыҡтар өсөн дә тибеүен, әммә барлыҡ заман халыҡтар шағирҙарын берләштергән хистәрҙе асып һалыуын тойорға мөмкин. Беҙгә, мәҫәлән, Пушкин, Лермонтов, Есениндарҙың русса яҙылған шиғырҙары яҡыныраҡ, сөнки уларҙа беҙҙең борсолоуҙар сағыла. Һәм был шиғриәттең һәм шағирҙарҙың илаһи көсө тураһында һөйләй». Бынан тыш, Назар Нәжми (Синуғыл уның менән яҙышҡан) уның китаптарының береһенә инеш һүҙ ҙә яҙған.
Татарстан Яҙыусылар союзы биргән характеристикала әйтелеүенсә, ул талантлы, киң эрудициялы, һәр яҡлы һәләте тәржемә эшмәкәрлегендә лә сағыла. Быны күренекле ғалим, академик Хатип Миңлеғолов та дәлилләй. Әҙхәт Мәкәрим улы, мәҫәлән, грек шағирәһе Фатума Яннакопулуҙың «Дочь Эллады» китабын, «Жемчужины венгерской литературы» антологияһын, күренекле ғәрәп яҙыусыһы Латифа из Зияттың «Открытая дверь» романын, төрөк шағиры Йософ Баласангундың поэмаһын, үзбәк яҙыусыһы Навоиҙың әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә итә. Тәржемәләре араһында польша шағир-классигы Адам Мискевичтың «Крымские сонеты» айырым урын алып тора. Шулай уҡ ул атаҡлы ғалим-энциклопедист һәм шағир Авиценна шедеврҙарының береһе - шиғыр итеп яҙылған «Каноны здоровья» медицина поэмаһын тәржемә итә. Бының ни тиклем ҙур хеҙмәт булыуы тураһында аңлауы ҡыйын түгел, тип уйлайым.
Бынан тыш, уның гәзит һәм журналдарҙа бик күп публицистик мәҡәләләре баҫыла.
Беҙҙең райондан сыҡҡан әҙәбиәтселәр араһында ул, һис шикһеҙ, оҫталығы яғынан иң юғары баҫҡыста тора. Күптәрҙең фекеренсә, тәүге унау исемлегенә шулай уҡ Рауил Шаммас, Фәйзи Ғүмәров, Мариус Мәҡсүтов, Флүр Ғәлимов, Зиннәт Ғәлимов, Константин Вуколов, Мәжит Кәримов, Рәфис Зыязетдинов, Хисаметдин Исмәғилев инә.
... Синуғылдың ғүмере 2004 йылдың 14 ғинуарында, 69 йәше тулмаҫтан өҙөлә.
- Был ҡот соҡос хәбәр булды, - тип һөйләй уның Ҡуғанаҡбашта йәшәүсе һеңлеһе Рәғиҙә Йәғәфәрова. - Ул Ҡазанға, Яҙыусылар союзына абруйлы әҙәби премия алырға бара һәм бер кабинетта уның йөрәге туҡтай. Инфаркт.
Уны Ҡуғанаҡбашта ерләргә ҡарар итәләр. Бындай үтенесте Әҙхәт Мәкәрим улы үҙе ике йыл элек әйтеп ҡуйған була. Ҡырымдан ҡайтҡан улы Ширван атаһының ихтыярына ҡаршы килмәй.
Ике туған ҡустыһы Мөхтәр Синәғолов (Стәрлебашта йәшәй) уны Ҡуғанаҡбашҡа алып ҡайта. Шағир яратҡан тыуған ауылында ерләнә. Яратҡан, сөнки хатта үҙенең әҙәби псевдонимына ла ул «Ҡуғанаҡлы» һүҙен өҫтәгән ине.
Шул йылдағы яҙҙа, һәр ваҡыттағыса, йәшел үлән ҡалҡып сыҡҡан була. Йәйен шағирҙың ҡәберенә иҫкән ел дала яғынан әрем, ауыл осондағы баҫыуҙарҙан хуш еҫле бесән еҫен алып килә.
Бихисап кешеләр күңеленә яҡын булған Синуғылдың баш осонда ҡоштар һайрай. Өлгөрөп еткән бойҙай башаҡтары, ваҡ таштарға бәрелеп аҡҡан Ҡуғанаҡ йылғаһы, ауыл ситендә үҫкән бөҙрә ҡайын ағастары уның менән үҙенсә хушлаша.
Ә хәтирәләр йәшәй. Һәм улар, гүйә, уның ҙур, яҡты тормош юлына, бөйөк ғәмәлдәренә сәскәләр һала төҫлө...
Күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү бик изге эш булыр ине, тип уйлайым. Әйтәйек, район үҙәгендә, ул быға лайыҡ.