Новости
13 Март 2020, 06:32

Төркиә туристик миҙгелде күсерәме ни?

Бәлки, күсерерҙәр ҙә. Төркиәнең мәҙәниәт һәм туризм министры Меһмет Эрсой телеканал экрандарынан белдереүенсә, властар яҡын арала туризм тармағын коронавирустан һаҡлау саралары тураһында хәбәр итәсәк.

Яңы туризм миҙгеленең майҙа асылыуы ихтимал. Бығаса күп мәҙәни һәм туристик саралар апрелгә билдәләнгәйне.
Был илдә лә әлеге яман вирусты йоҡтороусы бар. Бер ир уны Европанан “алып ҡайтҡан”.
Ә беҙгә нимә эшләргә һуң? Төркиәгә барырғамы, юҡмы? Мажара теләһәгеҙ, уйлап тормағыҙ. Ҡурҡһағыҙ, ана, баҡсала ла эш күп...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/T-rki-turistik-mi-gelde-k-ser-me-ni-161494/
Фото: vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас