К.И.Бабенконың өй архивында һаҡланған түбәндәге хаттарҙың күсермәләре хәҙер район музейында һаҡлана. Уның тормош иптәше Сәйет Сәлим улы Сәлимгәрәев утыҙынсы йылдар башында Стәрлебашта колхоз йәштәре мәктәбе директоры, һуңынан райпо мөдире, 1 һанлы урта мәктәптә рус теле уҡытыусыһы булып эшләй.
Сәйет 1941 йылдың октябрендә фронтҡа алына. Уны танктар часына тәғәйенләйҙәр. Меңләгән километр утлы юл аша үтеп, Калининград, Көнбайыш, Брянск, 1-се Белоруссия фронттары составында һуғыша. Курск дуғаһындағы алыштарҙа, Белоруссия операцияһында, Литваны азат итеүҙә, Польшала барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Оҫта һәм ҡыйыу була.
Полк командиры гвардия подполковнигы Будариндың ҡултамғаһы ҡуйылған уның исеменә бүләкләү ҡағыҙында бына нимә тиелә: «1945 йылдың 15 ғинуарында полкты һуғышҡа индергәндә гвардия өлкән лейтенанты С.С.Сәлимгәрәев командованиеһының үҙйөрөшлө ҡоролмалар батареяһы 48-се гвардия танк бригадаһының төп поход заставаһына ярҙам күрһәтә. Һуғыштың тәүге көнөндә С.С.Сәлимгәрәевтың батареяһы тарафынан ете үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаһы юҡ ителә, дошмандың 300-гә яҡын һалдаты һәм офицеры үлтерелә, 250 немец әсиргә алына.
Ошо батырлығы өсөн С.С.Сәлимгәрәев Александр Невский орденына күрһәтелә».
Ә һуғыш тынып торған минуттарҙа ҡыҙҙарына һәм ҡатынына бына нимә тип яҙған ул.
«Һаумы, минең ҡәҙерле, һөйөклө ҡыҙым Розам! Һиңә ҡайнар сәләм ебәрәм, уҡыуыңда ҙур уңыштар теләйем.
Һинең хатыңды алдым, бының өсөн ысын күңелдән рәхмәтлемен һәм минең Розам атаһына үҙ аллы хат яҙа алғанына һәм тик яҡшы билдәләргә генә уҡығанына бик шатмын.
Мин, ҡыҙым, иҫән-һаумын. Немец фашизмын тулыһынса тар-мар итер өсөн һуғышҡа әҙерләнәбеҙ. Еңеүгә күп ҡалмағандыр, тип уйлайым, мин ҡайтырмын һәм беҙ бергә булырбыҙ.
Ҡыҙым, әсәйеңде тыңла, ҡулыңдан килгәнсе уға йортта ярҙамлаш, тик «бишле» билдәләренә генә уҡы. Һау бул!
Ҡайнар сәләм менән - һинең атайың. 5.03.44 й.»
***
«Хәйерле көн, ҡәҙерле Клава!
Фронттан сәләм! Һеҙгә - һиңә, Роза, Светлана, Эльвираға үҙемдең ҡайнар сәләмемде ебәрәм. Мин иҫән-именмен. Алғы һыҙыҡтамын. Туған Белоруссияны немец илбаҫарҙарынан азат итәбеҙ. Юлда мин һеҙгә бер нисә хат яҙғайным, уларҙы алғанһығыҙҙыр, моғайын. Үҙем тураһында һеҙгә нимә яҙайым? Һуғыш-һуғыш инде, алыштар менән Көнбайышҡа барабыҙ, Беҙ Буг йылғаһы эргәһендә. Һаулығым һәйбәт, кәйефем дә яҡшы. Дошманды ҡыуып етәбеҙ, үтеп китәбеҙ һәм тар-мар итәбеҙ. Беҙҙең ялан почтаһы 77136.
Барлыҡ иптәштәремә һәм дуҫтарыма сәләм әйтегеҙ. Һау булығыҙ. Иҫән булығыҙ.
Ҡайнар сәләм менән Сәйет. 28.07.44й.».
Әммә Сәйет Сәлим улына Еңеүҙе күрергә, яҡындары - тормош иптәше Клавдия Ивановна Бабенко һәм ҡыҙҙары менән күрешергә насип булмай. Ул орденға күрһәтелгәндән һуң, бер нисә көндән, ә анығырағы - 1945 йылдың 21 ғинуарында, Висла йылғаһы аша сыҡҡанда (Польша) һуғышта һәләк була.