Новости
13 Март 2020, 06:37

БР Милли симфоник оркестры ни өсөн Берлинда сығыш яһай алмаясаҡ?

Сәбәбе - донъяла ҡоторған афәт. Тулыраҡ аҫта: ⏬

Әлеге ваҡытта Германияла коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса саралар көсәйтелгән. Ошо сәбәпле, 19 апрелгә тиклем Берлин филармонияһын тамашасылар өсөн япҡандар.
БР Милли симфоник оркестры Европаның төп концерт залдарының береһе булған Берлин филармонияһында 19 мартта сығыш яһарға тейеш ине. Музыканттар классиканың ике шедеврын - А.Дворжактың икенсе виолончель концертын һәм П.Чайковскиҙың бишенсе симфонияһын әҙерләгән булған.
Фото: ижади коллективтың "Бәйләнештә" сәхифәһенән
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/BR-Milli-simfonik-orkestri-ni-s-n-Berlinda-si-ish-ya-ay-almayasa-161035/
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас