Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Март 2020, 06:36
Башҡорт ҡыҙы Румия Сәлишева - Владимир өлкәһе һылыуҡайы!
Ҡыҙ “Мисс Этнос” номинацияһында еңгән.
“Владимир төйәге халыҡтарының һылыуҡайы” конкурсында ошо өлкәлә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша. Ойоштороусылар Владимир ерендә йәшәгән барлыҡ милләтте берләштереүҙе тәү маҡсат итеп ҡуя.
Быйыл ун конкурсант тамашасыларҙы үҙ халҡының йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырған. Ҡыҙҙар аш-һыуға оҫталығын, ижади һәләттәрен күрһәткән.
Румия Сәлишева бар һынауҙарҙы лайыҡлы үткән һәм төп номинацияларҙың береһен яулаған. “Владимир өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Лиана Әхмәтшина әйтеүенсә, төбәктә өсөнсө тапҡыр үткән матурлыҡ бәйгеһендә башҡорт ҡыҙҙары тәүгә ҡатнаша. Румияның атаһы — Өфө ҡалаһынан, Владимирға улар 2006 йылда күсеп килгән”, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ort-i-i-Rumiya-S-lisheva-Vladimir-lk-e-iliu-ayi-161336/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"