Новости
13 Март 2020, 06:30

Бөгөн Өфөлә "Ҡунаҡсыллыҡ оҫталары" конкурсы ярымфиналы асылды

Был сара "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" президент платформаһы һәм ОСИГ Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының дөйөм милли союзы проекты булып тора. Ике көн эсендә илдең 12 төбәгенән 89 ҡатнашыусы туризм өлкәһендәге үҙҙәренең эштәрен тәҡдим итәсәк. Уларға данлыҡлы рестораторҙарҙан, отельерҙарҙан тәжрибә алыу, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттар, стаж туплау өсөн саҡырыу һәм әйҙәүсе туристик компанияларҙа эш алыу мөмкинлеге бар.

Баш ҡала ярымфиналында ҡатнашҡан 89 конкурсант араһында иң күбе Башҡортостандан - 42. Свердловск өлкәһенән 15, Силәбенән - 11, Мәскәүҙән, Мәскәү, Төмән, Ҡурған өлкәләренән, Татарстандан өсөшәр, Киров өлкәһенән һәм Пермь крайынан икешәр һәм Тула, Волгоград яғынан берешәр кеше килгән.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт: https://welcomecup.ru/
Фото: Т.Аманов
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/B-g-n-f-l--una-silli-o-talari-konkursi-yarimfinali-asildi-161572/
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас