Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Март 2020, 05:00
Юғалған игеҙәктәрҙән Азамат өйөнә ҡайтҡан...
Бынан айҙан ашыу ваҡыт элек, 3 февралдә Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостандан ике игеҙәк - 34 йәшлек Азамат менән Айбулат Ҡотдосовтар юғалғайны.
Егеттәр был ҡалаға эшкә киткән, һәр ваҡыт бәйләнештә булған. Тик февраль башынан алып телефонға яуап бирмәй башлағандар. Уларҙың туғандары полицияға һәм “Лиза Алерт” эҙәрмәндәренән ярҙам һорағайны.
Һәм бына кисә билдәле булды: улар табылған. Егеттәр иҫән, тик береһе етди сирләй. Был турала “ГорОбзор” баҫмаһына уларҙың апаһы хәбәр иткән.
– Азамат 20-һе ҡайтты. Айбулат Санкт-Петербургта тороп ҡалған. Азамат сирләй, унда менингит. Ул дарыуҙар эсә, – тигән ул.
Игеҙәктәрҙең ҡайҙа һәм ни эшләп йөрөүе хәбәр ителмәй.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yu-al-an-ige-kt-r-n-Azamat-y-n--ayt-an-159834/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"