Новости
12 Март 2020, 05:10

Рәхәтләнеп түләргә була

Хәҙер республика халҡының ауылдағы торлаҡҡа ипотеканы ташламалы хаҡҡа алыу мөмкинлеге бар. Йортто өс процентҡа тиклемге минималь ставка буйынса һатып алырға, хаҡты иһә 25 йыл буйы бүлеп түләргә була.

Әйткәндәй, ипотекаға ҡалала йәшәгәндәр ҙә, ауылдағылар ҙа дәғүә итә ала. Тәүге иғәнәне йорт хаҡының 10 проценты күләмендә түләгән осраҡта, ипотека кредитын өс миллион һум итеп биреүҙәре бар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо яңылыҡҡа аңлатма бирҙе.
“Был әйберҙең хаҡын оҙаҡ ваҡыт эсендә бүлеп түләү тигәнде аңлата. Белеүебеҙсә, күп кенә илдәрҙә кеше үҙе йәшәгән торлағының хаҡын тиҫтәләрсә йыл дауамында банктарға минималь ставка буйынса бүлеп түләй. Ә хәҙер Башҡортостан халҡына ла ошондай мөмкинлек бирелә. Был аҡсаға яҡшы йорт һатып алырға була”, – тине республика Башлығы. Уның әйтеүенсә, әле “Россельхозбанк” ғаризалар ҡабул итә, һуңыраҡ быны бүтән банктар ҙа эшләй башлаясаҡ. “Фермерҙар һәм ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре 0,1 процентлыҡ минималь ставка буйынса “суперташламалы” ипотекаға дәғүә итә ала”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/R-h-tl-nep-t-l-rg-bula-157461/
Читайте нас