Новости
12 Март 2020, 05:25

Поезд яҡынлашҡанын аңғармаған...

Учалыла ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Тимер юлын аша сыға торған урында ҙур тиҙлектә килгән поезд ағас тейәгән йөк автомобилен төрттөрә.

“Иң тәүҙә яҡынлашҡан поезд геүләүен, шунан тормоздарҙың һыҙғырыуын, аҙаҡ көслө гөрһөлдәү ишеттек”, - ти авария урынынан алыҫ түгел үтеп барған автомобиль водителдәре.
Көслө бәрелештән йөк машинаһы ауа, бүрәнәләр шырпы кеүек тирә-яҡҡа һибелә. Ярай әле, поезд рельстан сыҡмай. “Бер кемдең дә зыян күрмәүен мөғжизә менән тиңләргә була”, - тиҙәр авария шаһиттары.
Ваҡиға урынына ашығыс рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар саҡыртыла. “Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана. Водитель нимәгәлер иғтибарын ситкә йүнәлтеп, поезд яҡынлашҡанын аңғармай ҡалған, тигән фараз бар”, - ти ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Римма Султанова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Poezd-ya-inlash-anin-a-arma-an-158935/
Читайте нас