Новости
12 Март 2020, 05:45

Ғүмер хаҡы – бер һүҙ

Үҙен тыныс ҡына тота белмәгән әҙәм аҡтығы бер һүҙ арҡаһында дуҫының ғүмерен ҡыйған. Был уның ғәйебе менән ҡылынған икенсе үлем инде.

Быға тиклем дә ул һуғышып берәүҙе үлтергән һәм алты йылын колонияла үткәргән.
Был аяныслы хәл Көйөргәҙе районында була. Эңер төшкәс, бер төркөм ир-ат табын ҡороп эсеп ултыра.
Г. исемле ҡунаҡ егет А.-нан колониялағы тормошо тураһында һорай башлай. Ә инде уның Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткәнлеген дә белгәс, ”красноперый” (төрмә жаргоны) тип ысҡындыра.
Аҡыллы әҙәм быны шаяртыуға борор ине, ә был осраҡта А.-ның асыуы ҡабара, Г. менән икеһе араһында ғауға сыға.
Егеттәр һуғыша башлай. А. үҙен кәмһеткән егеттең күкрәгенә һәм башына бер нисә тапҡыр йоҙроҡлап тондора, шунан һуң ғына уларҙы айырып алалар.
Был хәлдән һуң компания магазинға тағы ла араҡы алырға китә. Егеттәр кире ҡайтҡас, Г.-ның хәрәкәтһеҙ ятҡанын күрә.
Экспертиза был егеттең тән йәрәхәттәренән, травматик шоктан үлгәнен раҫлай.
Суд, А.-ның быға тиклем дә хөкөм ителгәнлеген иҫәпкә алып, уны 11 йылға иркенән мәхрүм итә һәм ҡаты режимлы колонияға ябып ҡуя.
Эскелек яҡшыға килтермәй. Һәр һүҙеңде самалап әйтеү ҙә ҡамасауламаҫ, әммә нисек кенә булмаһын, бер кемдең дә кеше үлтерергә хаҡы юҡ.
Фото: zen.yandex.com
Автор: Минзифа Ильтинбаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/mer-ha-i--ber-155949/
Читайте нас