Полиция, Кострома өлкәһендә ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән ирҙе эҙләп табышыуҙарын һорап, республика халҡына мөрәжәғәт итә.
2019 йылдың октябрь айында РФ Тәфтиш комитетының Кострома өлкәһе буйынса тәфтиш идаралығы РФ ЕК 111 ст. 4-се б. буйынса енәйәт эшен асҡан (кешенең үлеменә килтергән һаулыҡҡа ҙур зыян ҡылыу).
Был енәйәтте ҡылыуҙа ир кеше ғәйепләнә. Ул үҙен 1964 йылғы Волков Роман Евгеньевич йәки Үзбәкстандан килгән 1965 йылғы Симонов Роман Романович тип танытыуы ихтимал. Берәҙәк тормош алып барыуы билдәле.