Был һорауҙарға яуапты хәҙер республиканың Хеҙмәт буйынса дәүләт инспекцияһы тикшерә. Ә фажиғә шулай була.
2 мартта “Энергосистема” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең электр монтажсыһы Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге бүлеү пунктында эшләп йөрөгән. 65 йәшлек ир кабелдең оҙонлоғон тимер рулетка менән үлсәгән һәм электр ҡоролмаһының токты үткәргесенә тейгән. Һөҙөмтәлә хеҙмәткәрҙең 37 процент тәне бешкән. Әле ул дауаханала.
Хеҙмәт хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеген бер ҡасан да хәтерҙән сығармау яҡшы. Юғиһә бәлә-ҡаза һағалап ҡына тора.