Новости
12 Март 2020, 05:25

Бығауланған ағас өнһөҙ илай

Өйөбөҙҙөң тирәк, саған, шулай уҡ муйыл, миләш, сейә, ҡарағат кеүек емеш ағастарына күмелеп ултырыуын күреп үҫкәнгә күрә, үҙебеҙ йәшәгән йортҡа ла төрлө үҫентеләр ултырттыҡ. Алмағасҡа ҡунып һайраған һандуғастың моңон тыңлауы үҙе бер кинәнес. Ошо матурлыҡты балаларыбыҙ күреп үҫә. Ғөмүмән, һауаны таҙартыуҙа урмандың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр тирә-яҡ мөхиттең ҡәҙерен белеп бөтмәй. Йыраҡ йөрөйһө түгел, Өфө ҡалаһында ҡар таҙартҡанда техника һындырған йәки ҡолатҡан ағастарға ҡарап күңел әрней. Һыҙландырған әлеге күренеш бигерәк тә яҙғыһын күҙгә ныҡ ташлана. Бына ҡорос сым менән бығауланған йүкәгә тап булдым. Кемдер машина һыйырлыҡ ике ағасты арҡан менән тоташтырған, имеш, был – уның урыны. Ә бығауланған ағас өнһөҙ генә илай.
Тиҙҙән ҡайындарға һөжүм башланасаҡ, бәғзе берәүҙәр ҡайын һыуын алыу өсөн уларҙы телгеләп бөтәсәк. Шуны онотмайыҡ, ата-бабаларыбыҙ борон-борондан тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булған, уларҙың изге эшен дауам итәйек!
Автор фотоһы.
Автор: Илдар Акьюлов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bi-aulan-an-a-as-n--ilay-157025/
Читайте нас