Новости
12 Март 2020, 09:00

Бисәләр ҙә яман, әй...

Бер ир урамда ир һәм ҡатын менән танышҡан.

Һүҙгә һүҙ эйәреп, былар осрашып танышыуҙы араҡы менән йыуғандар.
Бер нисә сәғәт буйына подъезда алкоголле эсемлектәр эсә торғас, беҙҙең төп герой йоҡлаған да ҡуйған. Яңы таныштарының береһе, гүзәл зат вәкиле, шуның менән файҙаланып, ирҙең кеҫәләрен тентегән, телефонына айыу майын һөрткән.
Геройыбыҙ йоҡоһо туйғас, уянып китеп, телефонына үрелһә - уныһынан елдәр иҫкән.
Гаджеты ҡиммәтле - 20 мең һумлыҡ булғас, ирекәй шунда уҡ полицияға тәнтерәкләгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре номер буйынса шылтыратҡас, бур ҡатын, телефондың хужаһы менән һөйләшәм, тип уйлап, аҡса түләһәң, уны һиңә кире ҡайтарам, тигән әле ул.
Уның кемлеген асыҡлап, ҡулға алғандар. 47 йәшлек ҡатын Иглин районынан. Хәҙер уға ҡарата енәйәт эшен асҡандар. Был турала БР ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Иргә теләһә кем менән эсеп йөрөмәҫкә уңай булған.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bis-l-r--yaman--y-158261/
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас