32 йәшлек водитель ҡатын идара иткән 72-се маршрут автобусы салонында 20 пассажир була. Шуларҙың өсәүһе зыян күрә, 25, 45, 67 йәшлек ҡатын-ҡыҙға медицина ярҙамы күрһәтелә. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ. "Дэу Нексия" автомобилендә ваҡиға ваҡытында пассажирҙар булмай.
Социаль селтәрҙәрҙә Өфө халҡы юлдың был өлөшөнөң бик ҡурҡыныс булыуы, боҙлауыҡ ваҡытында ҡалҡыу урындан төшөүҙең айырыуса хәүефлелеге хаҡында яҙа, юлға ҡом һибелмәүенә дәғүә белдерә.