“Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы хәбәр итеүенсә, был фотоны социаль селтәрҙә күреп ҡалғандар. Йыртҡыс ауылға бик яҡын килгән, бүреләрҙең йышлауы халыҡта ҙур хәүеф тыуҙырған. Һуңғы ваҡытта уларҙың “ҡунаҡ”ҡа саҡырылмай килгеләүен кем өнәһен? Яңыраҡ күрше ауылда бүреләрҙең өс этте боғаҙлап ташлағаны билдәле булғас, кешеләр тамам ҡурҡыуға төшкән.