Новости
12 Март 2020, 05:50

Ғашиҡтарҙың эҙенә тиҙ төшкәндәр

Силәбе вокзалында заман "Ромео"һы менән "Джульетта"һын тотҡандар. 16 йәшлек ҡыҙ һәм 17 йәшлек егет, баҡһаң, туғандарынан ҡасып, Нижневартовсктан Өфөгә юлланған булған. Был хаҡта "Горобзор" порталы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, ғашиҡтарҙың мөнәсәбәттәрен яҡындары хупламаған. Егет менән ҡыҙ уларҙан ҡасып, Өфөгә юлланырға булған.

Юғалған үҫмерҙәрҙең эҙенә тиҙ төшкәндәр. Заман "Ромео"һы менән "Джульетта"һы Өфөгә килеп етә алмаған, Силәбелә уларҙы поездан төшөргәндәр. Әлеге ваҡытта ҡыҙ менән егетте бәлиғ булмағандарҙы ваҡытлыса тотоу пунктына оҙатҡандар, улар унда Нижневартовскийҙан ата - әсәләре килеп алғансы йәшәп торасаҡ. Унан тыш, был икәү юлда ҡасып китеүен "билдәләгән", осраҡлы юлсы ғашиҡтар менән кәйеф сафа ҡорған. Бәлиғ булмағандарҙы алкоголле эсемлек менән һыйлаған был кеше штраф түләйәсәк.
Фото: Проза.ру
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/ashi-tar-i-e-en-ti-t-shk-nd-r-155741/
Читайте нас