Новости
12 Март 2020, 05:25

“Һалҡын сәй” генә ғәйеплеме?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, йырсылар Салауат Фәтхетдинов менән Радик Юлъяҡшин араһында йәнә бәхәс сыҡты. Өлкән ағай “баш мейеһен ҡабыҙырға” кәңәш итһә, йәш йырсы социаль селтәрҙә үҙен нимәлә ғәйепләүҙәрен аңламауы тураһында яҙып сыҡты.

Инстаграмдағы шәхси битендә Радик Юлъяҡшин, эш, бәлки, “Уфтанма” һәм “Һалҡын сәй” йырҙарындалыр тигән фаразын белдерҙе. Һәм был уңайҙан авторҙарҙан рөхсәт алғанын хәбәр итте.

Һүҙ ҙә юҡ, әлеге йырҙарҙы Салауат танытты, Радик Юлъяҡшин иһә “Уфтанма”ны, мәҫәлән, атаһы иҫтәлегенә арнап башҡарғанын яҙҙы. Бәхәстә кем хаҡлы? Йырҙың нисә башҡарыусыһы була?

Татарстандың билдәле продюсеры Рифат Фәттәхов, был бәхәс - эстрадала хоҡуҡи мәсьәләләрҙең юғары кимәлдә булмауына дәлил, тигән фекерҙә:

"Йырға көй һәм текст авторы хужа була. Был хаҡта күпме бәхәсләшһәк тә, йыр ул – тауар. Уны хужаһы теләгән берәүгә һата йәки бүләк итеп бирә ала. Был осраҡта йырҙың авторҙары кемгәлер әлеге хоҡуҡты биргән икән, уны йырлауҙы беренсе башҡарыусы тыя алмай. Ике йырсы араһында низағ сыҡҡан, тимәк, шоу-бизнеста хоҡуҡи мәҙәниәттең дәрәжәһе шул тиклем генә. Әгәр Элвин Грей хоҡуҡтар бар тип әйтә икән, ул хаҡлы булып сыға. Бер яҡтан, был мәсьәләнең күтәрелеүе өсөн һөйөнәм, сөнки шундай низағтар аша беҙ шоу-бизнеста цивилизациялы мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға яҡынлашып барабыҙ".

Татарстандың халыҡ артисы Рөстәм Закиров авторҙарҙың йырҙы һатыуын ҡабул итеп бөтмәй.

"Элвин Грей элек популяр булған йырҙарҙы ала ла йырлай, ала ла йырлай. Нимә генә тиһәләр ҙә, йырҙы беренсе башҡарыусы таныта. Салауат күпме авторҙы шулай күтәрҙе. Шәхсән үҙем ул башҡарған йырҙарҙы яңынан һатыуҙы ҡабул итә алмайым. Ә бына яңыларҙы популярлаштыра алһалар, уныһы - икенсе мәсьәлә", - тине ул.

Татарстандың атҡаҙанған артисы Лилиә Муллағәлиева, Элвин Грей йырҙарҙы йәштәр араһында таныта, тип һанаһа ла, Салауаттан фатиха алырға кәрәк, тип тә иҫәпләй.

"Йыр башҡарылырға тейеш. Ләкин был осраҡта Элвин Грей Салауаттан рөхсәт һорарға тейеш ине, тип уйлайым, сөнки беренсе башҡарыусы – ул. Хәйер-фатихаһын алыу дөрөҫ булыр ине. Минеңсә, авторҙар, ғөмүмән, йырҙы һатырға ла тейеш түгелдер, сөнки “Уфтанма”ны, “Һалҡын сәй”ҙе Салауат танытты, Салауат күтәрҙе! Мин быны авторҙарҙың һатлыҡ йәнлелеге тип тә билдәләйем. Быны йырсы һәм йырҙар яҙыусы булараҡ әйтәм. Утыҙ йыл буйына Салауат йырлаған бит инде уны. Һәр бер эштең юридик ҡына түгел, әхлаҡи яғы ла бар. Хатта заманында был йырҙарҙы Салауат һатып алмаған булһа ла (элек йыр һатыу юҡ ине), һинең йырыңды танытҡан кешегә хөрмәт булырға тейеш. Был осраҡта Салауат хаҡлы. Элвин Грейға килгәндә, ул элек популяр булған йырҙарҙы йәш быуынға еткерә. Ыңғай күренеш. Уның был йырҙарҙы башҡарыуы кәрәк, ләкин олоно оло итеү, фатиха алыу тигән төшөнсәләрҙе аяҡ аҫтына һалып тапарға ярамай.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/al-in-s-y-gen--yepleme-157713/
Читайте нас