"ҺИН – ЭШҠЫУАР" тигән "түңәрәк өҫтәл"дә Дыуан районында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, был эштең серҙәрен яҡшы белгән ағай-апайҙар уҡыусы, студент һәм башҡа ынтылышлы йәштәр менән түбәндәге һорауҙар буйынса күҙгә-күҙ осрашып һөйләшергә әҙер: 1. Мин нисек үҙ эшемде башланым. 2. Тәүге ҡыйынлыҡтар – нимәнән ҡурҡмаҫҡа. 3. Бөгөнгө көндә иң популяр, актуаль эш төрҙәре. 4. ЭШҠЫУАР һәм МАЛТАБАР ниндәй сифаттарға эйә? Ошо башҡа һорауҙарға яуапты "түңәрәк өҫтәл" артында табырбыҙ! Тулыраҡ мәғлүмәт ҡоролтайҙың "Бәйләнештә"ге төркөмөндә. Һылтанмаһы: https://vk.com/wall-191154733_279 Фото:Т.Аманов