Новости
11 Март 2020, 06:20

Өфөлә «Ҡырым яҙы» фестивале үтә

15 мартта Өфөлә Ҡырым һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуына 6 йыл тулыуға арналған «Ҡырым яҙы» фестивале үтә. Унда күргәҙмә, йәрминкә һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Фестивалдә «Премьер», «Узорица» төркөмдәре, «Мираҫ» ансамбле, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, «Голос. Дети» шоу-проекты ҡатнашыусыһы Наҙгөл Отузова, музыкант Заһир Зәйнетдинов сығыш яһай. Сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов та сығасаҡ. Сараның төп ҡунағы – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Варвара.
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас