Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
11 Март 2020, 15:56
Дивизия, диктант яҙырға!"
Сыбаркүл танк дивизияһында башҡорт теленән диктант яҙғандар.
Был дивизияла Башҡортостандан 500 самаһы егет хеҙмәт итә. Хәрбиҙәр араһында әрме хеҙмәтен үтәүселәр ҙә, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Һалдаттар акцияға ҙур теләк менән ҡушылған. Улар Башҡортостан менән бәйләнешен өҙмәй, урындағы "Уралым" киң мәғлүмәт саралары аша ла тыуған республика менән аралаша.
Диктант яҙыу Силәбе өлкәһенең Башҡортостан Республикаһының даими вәкиллеге һәм "Ғилем" мәғариф үҙәге тарафынан ойошторолған.
Акцияла йөҙгә яҡын милләттәшебеҙ ҡатнашҡан. Диктант өсөн Мостай Кәримдең "Муромда" тип аталған әҫәренән өҙөк алынған. Һалдаттар акцияға ҙур теләк менән ҡушылған.
Дивизия етәкселәре был милли проекттарҙың һуңғыһы түгел, ти. Бында һабантуй, этноконкурс "Урал батыры", танк буйынса биатлон уҙғарыу планлаштырылған.
Фото: "Уралым" киң мәғлүмәт саралары.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Diviziya-diktant-ya-ir-a-159567/
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"