Новости
11 Март 2020, 15:58

Чиновниктар Өфөләге боҙлауыҡ һәм күләүектәр өсөн яуап бирәсәк

Өфө ҡалаһы райондарының хакимиәт башлыҡтары эшен урынына еткереп башҡармағаны өсөн аңлатма яҙған.

Сәбәбе - ихаталарҙы ҡарҙан насар таҙартыу. Ошо сәбәпле ҡала бөгөн "донъяуи" һырғалаҡҡа әйләнгән, урыны-урыны менән кисеп сыҡмаҫлыҡ күләүеккә батҡан.
Бөгөн барлыҡ хакимиәт башлыҡтары дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Был хаҡта баш ҡаланың оператив кәңәшмәһендә мэр урынбаҫары Салауат Хөсәйенов белдерҙе.
“Ихаталарҙа хәл ҡатмарлы. Һеҙ МУП-тарҙан махсус техниканы яңынан бүлергә һәм ихаталарҙы таҙартыу өсөн ебәрергә тейеш инегеҙ. Ләкин был эшләнмәне”, — тине Салауат Хөсәйенов.
Уның һүҙҙәренсә, “башҡа һыймаҫлыҡ хәл” - Өфөнөң 3,8 мең ихатаһын таҙартыу өсөн ни бары дүрт берәмек техника бүленгән!
Ҡала райондарының хакимиәте башлыҡтарына “барлыҡ ихаталарҙа тәртип урынлаштырыу” бурысы йөкмәтелде. Өфө ихаталары буйлап йома, 13 мартта рейд уҙасаҡ, эш кимәле тикшереләсәк, тип өҫтәне Хөсәйенов.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Chinovniktar-f-l-ge-bo-laui--m-k-l-ekt-r-s-n-yauap-bir-s-k-159451/
Читайте нас