Новости
10 Март 2020, 16:32

Земфира Байбулдина “Сафияла ҡунаҡта” тигән студия асҡан

Театр һәм декоратив-ҡул эше сәнғәте студияһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар шөғөлләнәсәк. Уларҙы актер, телмәр оҫталығына, балсыҡтан көршәк яһарға өйрәтәсәктәр.

Земфира үҙе “ҡояш балаһы” әсәһе булараҡ, инклюзив проектты уйлап тапҡан. Студияның үҙенсәлеге – ауырыу балалар менән 4-18 йәштәге һау балалар һәм ата-әсәләр бер сәхнәлә сығыш яһаясаҡ, ти. “Йыш ҡына ата-әсәләр сирле бала күрһә, ерәнеүле ҡараш ташлай, шуға күрә иң тәүҙә өлкәндәрҙе “дауаларға” кәрәк”, - тип һөйләй алып барыусы. Был хаҡта "Башинформ" хәбәр итә.
Балалар менән Башҡортостандың халыҡ артисы Александр Кузьменко, Ленария Хажиева, көршәк яһау оҫтаһы Бабкен Туманян шөғөлләнәсәк.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Zemfira-Baybuldina-Safiyala-una-ta-tig-n-studiya-as-an-157849/
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас