Новости
10 Март 2020, 16:43

Радий Хәбиров: "Нефтеюганскиҙа ҡазаланған вахтасыны алып ҡайтырға кәрәк"

Бөгөн БР Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Баҡалы райны башлығы вазифаһын башҡарыусы Юлай Зиязетдинов менән Нефтеюганск ҡалаһында эш мәлендә ауыр йәрәхәттәр алған 45 йәшлек Рәмил Инсафетдинов тураһында һөйләште.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
Баҡалы ауылында йәшәгән 45 йәшлек Рәмил Инсафетдинов «АвтоДорстройМеханизация» энергоресурс компанияһына эшкә төшкән һәм тәүге вахтаға юлланған булған. 17 февралдә ир юғарыла иретеп йәбештереү эштәре башҡарған һәм һигеҙ метр бейеклектән ҡолап төшкән. Рәмил ауыр йәрәхәттәр алған. Нефтеюганск ҡала дауаханаһында табиптар уның ҡулын ҡырҡҡан, аяғына операция яһаған, янбаш быуынына операцияға әҙерләйҙәр.
Район башлығы Ю.Зиязетдинов белдереүенсә, әлеге ваҡытта ирҙең ҡатыны һәм әсәһе Нефтеюганскиҙа. Улар ҡазаланыусыға байрам көндәрендә медицина ҡарауы етерлек кимәлдә күрһәтелмәне тип үҙ дәғүәһен белдергән. Ғаиләләге балалар ошо көндәрҙә социаль приютта йәшәп тора, тейешлесә тәрбиә ала. Бөгөн Инсафетдиновтар ғаиләһенә тәүге аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк.
- Минең фекеремсә, әгәр ҙә мөмкинлек булһа, ҡазаланған ирҙе алып ҡайтырға кәрәк, — тине Радий Хәбиров. — Бында медицина кимәле лә яҡшыраҡ тип уйлайым. Ирҙе транспорт ярҙамында күсереп булмай тинеләр. Әгәр ҙә мөмкинлек булһа, уны өйгә алып ҡайтырға кәрәк.
Бынан тыш, Радий Фәрит улы Ленара Ивановаға ирҙең ғаиләһендәге балалар церебраль фалиже диагнозы ҡуйылған бәләкәй ҡыҙға иғтибар итергә ҡушты. Бынан тыш, төбәк етәксеһе әсәһе менән өләсәһе ситтә саҡта приютта йәшәгән балаларға нығыраҡ ҡарарға, Баҡалы районы хакимиәтенә ир һауыҡҡас, уға эш белешергә, биш балалы ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк тип белдерҙе.
Фото: Т.Аманов

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov--Nefteyuganski-a-azalan-an-vahtasini-alip-aytir-a-k-r-k-157416/
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас