Иң аҙаҡта һүҙҙе йәш яҙыусыға биргәндәр. Ул, моғайын, Айгиз булғандыр. Залға ҡараған да “аһ” иткән. Мең кешенән бары берәү генә ултырып ҡалған икән.
Әлбиттә, йәш әҙип уңайһыҙланған, бындай хәлгә тарыуына ғәрләнгән. “Ярай, бер кеше ултыра бит. Исмаһам уның өсөн һөйләрмен”, тип йыуатҡан үҙен.
Егет сығыш яһап бөткән. Теге берҙән-бер тамашасы ҡул сапҡан булған. Тулҡынланыуын йәшерә алмай йәш егет сәхнәнән төшкән дә, тегенең янына килгән:
— Һеҙ — берҙән-бер тәртипле кеше булып сыҡтығыҙ. Иң аҙаҡҡа тиклем ҡалып минең докладымды тыңланығыҙ. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Шул һүҙҙәр менән тамашасыға ҡулын һуҙған.
— Юҡ, юҡ! Рәхмәт әйтмәһәгеҙ ҙә була, — тигән тегеһе, — сөнки мин һеҙҙән һуң сығыш яһарға тейешмен.
https://shonkar.rbsmi.ru/articles/k-l-m-st-r/R-hm-t-152705/